Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2021, 10:13

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур гастролгә сыҡты

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле илебеҙ ҡалалары буйлап ҙур ижади сәфәргә юлланды.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур гастролгә сыҡты
Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле Рәсәй ҡалалары буйлап ҙур гастролгә сыҡты

Бейеүселәр  октябрь айында Тверь, Бөйөк Новгород, Санкт-Петербург, Тихвин, Великие  Луки, Мәскәү һәм Владимир ҡалаларында сығыш яһаясаҡ. Уларҙы унда күптән  түҙемһеҙлек менән көтәләр.

Ғәскәровсылар үҙҙәренең концерттары менән  Санкт-Петербургта, Владимирҙа, Тверҙә, Бөйөк Новгородта Башҡортостан  мәҙәниәте көндәрен асасаҡ.

Тамашаларҙа Ғәскәров исемендәге  ансамбль «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» программаһын күрһәтәсәк. Ул  ЮНЕСКО-ның «Донъя илсеһе» исеменә һәм Парижда "Биш ҡитға" алтын миҙалына  лайыҡ булған.

Ижади сәфәр «Беҙ – Рәсәй» милли коллективтар гастролдәре" программаһы буйынса үтә.

Проектты  РФ Мәҙәниәт министрлығының "Беҙ — Рәсәй" программаһы буйынса  "Росконцерт" ойоштора. Генераль мәғлүмәт партнеры – ТАСС. Билеттарҙы  «Пушкин картаһы» буйынса ла алырға мөмкин.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: