Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2021, 09:45

Башҡортостанда минус 7 градусҡа тиклем һыуытасаҡ һәм ҡар ятасаҡ

Был аҙнала республикала контрастлы көн торошо көтөлә. Синоптиктар күҙаллауынса, уға аҙна уртаһына һалҡын һауа массаһы йоғонто яһаясаҡ. Урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, республиканың көнсығышында яуым-төшөм көслө булмаясаҡ. Юлдарҙа төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ, айырым таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Һауа температураһы 21 октябргә ҡарата -2...-7 градусҡа түбәнәйәсәк, урыны менән +2 буласаҡ, көндөҙ иһә 0...+5 градус торасаҡ.

Башҡортостанда минус 7 градусҡа тиклем һыуытасаҡ һәм ҡар ятасаҡ
Башҡортостанда минус 7 градусҡа тиклем һыуытасаҡ һәм ҡар ятасаҡ

Аҙна аҙағында республика биләмәһенә йылы фронт күсәсәк. Һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа юғары буласаҡ.

 

Сығанаҡ: Башинформ

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: