Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2021, 08:48

Башҡортостан халҡы кәрәҙле элемтәнең һәм интернеттың ҡайҙа үткәрелеүен үҙҙәре һайлай аласаҡ

Республикала әйтелгән темаға 130 торак пункт араһында һайлау бара, был илдәге иң күп һан. «Еңеүселәрҙе» 4G (LTE) элемтәһе менән тәьмин итәсәктәр.

Башҡортостан халҡы кәрәҙле элемтәнең һәм интернеттың ҡайҙа үткәрелеүен үҙҙәре һайлай аласаҡ
Башҡортостан халҡы кәрәҙле элемтәнең һәм интернеттың ҡайҙа үткәрелеүен үҙҙәре һайлай аласаҡ

Рәсәйҙә «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» проекты 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙы заманса элемтә менән тәьмин итеү өсөн эшләнә. Программа шарттары буйынса, 2022 йылға тиклем бындай ауылдарҙың 10 процентынан да кәм түгел һаны интернетҡа тоташырға тейеш. 2024 йылда уларҙың һаны 30%-ҡа етәсәк.

Тауыш биреү Дәүләт хеҙмәттәре порталында 15 ноябргә тиклем бара. Унда ҡатнашыу өсөн ресурста теркәлгән булырға һәм республика биләмәһендә даими йәшәү кәрәк. Шулай уҡ РФ һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялары министрлығына ҡағыҙ хат ебәрергә мөмкин. Адресы: 123112, Мәскәү, Пресня яр буйы, 10-сы йорт, 2-се бина. Хатта исем-шәрифегеҙ, даими теркәлеү урыны һәм һеҙ тауыш биргән тораҡ пункт тураһында яҙылырға тейеш.

Башҡортостанда «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» беренсе федераль программаһы 2015 йылдан 2020 йылға тиклем дауам итте. БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, халҡы 250-нән 500 кеше тәшкил иткән 929 тораҡ пункт йәмәғәт урындарында Wi-Fi аша интернет менән тәьмин ителгән.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: