«Мин кисә сауҙа үҙәктәрендә булдым һәм хәлдәрҙе һораштым. Миңә, кешеләрҙең килеүе дүрт тапҡырға кәмене, тип яуапланылар. Шулай ҙа был хәл үҙгәрәсәк – беҙ был эште яңы ғына башламаныҡ, беҙҙә 1,5 миллион кеше вакциналанған, прививка яһатмаған 800 мең кеше ҡала. Әгәр ҙә беҙ көн дә 15 меңдән 20 меңгәсә кешене прививкалаһаҡ, Яңы йылға тиклем был бурысты үтәр инек, — тине Радий Хәбиров төбәк хөкүмәтендә аҙна һайын үткән кәңәшмәлә. — Шул уҡ йәһәттән мин барыһына ла әйтәм: беҙ коронавирус менән хәлде күҙәтәбеҙ. Ситуация рөхсәт итһә беҙ Роспотребнадзор менән кәңәшләшербеҙ ҙә сикләү нормаларын шунда уҡ туҡтатасаҡбыҙ. Кешеләрҙе ыҙалатырға һәм бизнесҡа ҡаршы бәрелергә беҙҙә маҡсат юҡ.»
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 октябрҙән Башҡортостанда COVID-19 буйынса сикләүҙәрең өсөнсө этабы ғәмәлгә инде. Бөгөндән матурлыҡ салонына, косметика, СПА, массаж салонына, солярий, мунса, саунаға, физкультура-һауыҡтырыу комплексына, фитнес-клубына, бассейнға вакциналау тураһында QR-коды, ауырыған тураһында белешмә йәки кире һөҙөмтәле ПЦР-тест күрһәтергә кәрәк.
Фото: Башинформ