Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Октябрь 2021, 13:35

Теләк

Теләк Бер ҡыҙ шишмә буйына һыуға бара. Уның эргәһенә бер ҡарт килеп: – Мин – тылсым эйәһе, бер генә теләгеңде әйт, мотлаҡ үтәрмен, – ти.

Теләк
Теләк

Теләк

Бер ҡыҙ шишмә буйына һыуға бара. Уның эргәһенә бер ҡарт килеп:

– Мин – тылсым эйәһе, бер генә теләгеңде әйт, мотлаҡ үтәрмен, – ти.

– Рәхмәт, – тип яуаплай ҡыҙ. – Мин әсәйем менән кәңәшләшмәй тороп, теләгемде әйтә алмайым.

– Улай булғас, тиҙ генә ҡайтып кил, – тип йылмая ҡарт.

Ҡыҙ өйөнә йүгерә. Хәлде әсәһенә һөйләп биргәс, әсәһе әйтә:

– Бер ниндәй байлыҡ, алтынын да, көмөшөн дә һорама. Миңә ҡара әле, мин һинең менән урамдан үткәндә, беҙҙе белмәгәндәр апалы-һеңлеле ҡыҙҙар тип әйтә. Сөнки һинең атайың миңә бер ҡасан да насар һүҙ өндәшмәне, хәтеремде ҡалдырманы. Шуға күрә мин бәхетле һәм йәш күренәм. Тылсымсынан һәйбәт ир һора.

 

Теләк
Теләк
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: