Салауат ӘБҮЗӘР
АТАЙ
“Атай” тиеп бер ҙә әйткәнем юҡ,
Күргәнем юҡ атайымдың төҫөн.
“Атай” һүҙе йөрәгемдә мәңге
Яра булып ҡалды минең өсөн.
Атайлылар атта ер һөргәндә,
Беҙ егелеп тарттыҡ һабандарҙы.
(Тик тормошҡа ләғнәт уҡыманыҡ,
Ҡәһәрләмәнек беҙ замандарҙы).
Бәләкәйҙән белдек: әпәкәйҙең
Табылғанын ҡара тирҙәр менән.
Ҡулыбыҙға балта, салғы тотоп,
Беҙ ярышып үҫтек ирҙәр менән.
Ағайҙарҙан ҡалған бишмәт кейеп,
Ҡыҙҙар күҙләп саптыҡ кистәрендә.
Тәүге мөхәббәттең осҡондары
Һаман баҙлай әле иҫтәремдә:
Ситтән генә ҡарап һоҡландым мин, –
(Тиң күрһен, ти, ул ҡыҙ нишәләп мине!?)
Аяғымда – ҡатҡан кирза итек,
Ә өҫтөмдә тишек бишмәт ине.
Тәүге һөйөү!.. Ул бит бишмәт түгел,
Алыштырып ҡына кейеп булмай.
“Йәтим бит ул!” – тигән матур ҡыҙҙы
Ғәфү итеп була, һөйөп булмай.
... Үҙем хәҙер дүрт балаға атай, –
Һәр беренә бағам наҙлап-һөйөп.
Ә шулай ҙа, тик бер генә тапҡыр
Әйтке килеп ҡуя: “Атай!” – тиеп.