Салауат ӘБҮЗӘР
ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЭТ
Этебеҙ бар беҙҙең. Уҫал –
Бүре тоҡомо.
Төнө буйы өрөп сыға,
Бирмәй йоҡоно.
Яман уй менән йөрөгән
Уғыры-ҡараҡ
Өйөбөҙҙө әллә ҡайҙан
Үттеләр урап.
Ҡото осоп торҙо унан
Ара-тирәнең...
Бер көн күрҙем күршебеҙҙең
Һөйәк биргәнен.
Көн дә улар этебеҙгә
Һөйәк ташланы.
Һәм этебеҙ берәүгә лә
Өрмәй башланы.
Тегеләрҙең усын ялай,
Өй һаҡлай, ти, – көт!
Үҙебеҙҙе тешләй хәҙер
Үҙебеҙҙең эт...