Салауат ӘБҮЗӘР
СӘЛӘМ!
Рәйес Түләккә.
Был донъянан һиңә сәләм яҙам,
Көҙ һарыһы ерҙе япҡан саҡта.
Ҡул болғайым, гүйә, мин был ярҙан:
“Хәлең нисек, Рәйес, теге яҡта?”
Сал тулҡынын елпеп Ваҡыт аға,–
Китеүеңә һинең байтаҡ булды.
Күңелдәргә көҙ һағышын яға, –
Бөгөн һиңә алтмыш ике тулды.
Һин был ярҙа булһаң, ҡотлар инек,
(Кәмә юҡ шул былай сығырыңа!)
Әҙ-мәҙ шунда мәйен уртлар инек,
Һәм иҫерер инек шиғырыңа...
Был донъянан һиңә бик күп сәләм, –
Сәләм дә бит оло бүләккә тиң.
Хатым барыр, адресыңды беләм:
Ожмахҡа, тип яҙам, Түләккә, тим.