Ир менән ҡатын яңы фатирға күсә. Йоҡонан торған ҡатын тәҙрәгә ҡарай һәм йыуылған кейем-һалымдарын киптерергә элеп йөрөгән күршеһен күрә.
– Ҡарале, – ти ул. – Керҙәрен дә йүнләп йыуа белмәй икән. Бысыраҡтары күренеп тора...
Гәзит ҡараштырып ултырған ире уның һүҙҙәренә иғтибар итмәй.
Ошо хәл бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
– Бәлки, уның һабыны насарҙыр, йә бөтөнләй кер йыуа белмәйҙер, – тип һөйләнә ҡатын.
Бер көн тәҙрәгә ҡараған ҡатын ҡысҡырып уҡ ебәрә:
– О! Бөгөн күршенең кейем-һалымы таҙа!
– Юҡ, – ти ире тыныс ҡына. – Мин бөгөн иртәрәк тороп, тәҙрәләрҙе йыуып ҡуйҙым...