Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Октябрь 2021, 09:35

Кем матур?

Матурлыҡ Аҡыл эйәһенә килеп зарын һөйләй берәү. Тормошон ҡәһәрләй, үҙенең йәмһеҙ булыуын, буйы бәләкәйлеген һүгә. Өҫтәүенә, ҡулынан йүнле эш килмәй икән. Аҡһаҡал уны тыңлап бөткәс: – Бына, ҡара әле, алмағас һәм ҡарағай үҫеп ултыра. Уларҙың ҡайһыныһы матурыраҡ һәм файҙалыраҡ? – тип һорай. – Уларҙы сағыштырып буламы ни, – ти тегенеһе. – Икеһе лә матур һәм файҙалы. Аҡыл эйәһе былай ти: – Ә һин үҙеңде ниңә башҡалар менән сағыштыраһың, үҙеңде ниңә кәм тип иҫәпләйһең? Һәр кеше, ошо ағастар кеүек, үҙенсә матур һәм файҙа килтерә...

Кем матур?
Кем матур?

Матурлыҡ

Аҡыл эйәһенә килеп зарын һөйләй берәү. Тормошон ҡәһәрләй, үҙенең йәмһеҙ булыуын, буйы бәләкәйлеген һүгә. Өҫтәүенә, ҡулынан йүнле эш килмәй икән.

Аҡһаҡал уны тыңлап бөткәс:

– Бына, ҡара әле, алмағас һәм ҡарағай үҫеп ултыра. Уларҙың ҡайһыныһы матурыраҡ һәм файҙалыраҡ? – тип һорай.

– Уларҙы сағыштырып буламы ни, – ти тегенеһе. – Икеһе лә матур һәм файҙалы.

Аҡыл эйәһе былай ти:

– Ә һин үҙеңде ниңә башҡалар менән сағыштыраһың, үҙеңде ниңә кәм тип иҫәпләйһең? Һәр кеше, ошо ағастар кеүек, үҙенсә матур һәм файҙа килтерә...

Кем матур?
Кем матур?
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: