Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Октябрь 2021, 12:40

Хәүефһеҙлек ҡайышы

Салауат ӘБҮЗӘР ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҠАЙЫШЫ Аңлап етмәнем, ахыры, Был тормоштоң айышын, – Эләктереп йөрөмәнем Хәүефһеҙлек ҡайышын.   Йәшел ут ни, ҡыҙыл ут ни, – Айырмай күңел, аҙһа. Баҫыр урында тормозға, Нығыраҡ баҫтым газға.   Елеп үтеп китте йәшлек, Ҡалды уйнап саң-туҙан. Спидометрға ҡараһам, О-һо!.. Күпме юл уҙған!..   Йөрәк ҡыҙған мотор кеүек Тиҙлек көҫәй йәш саҡта. Мөһим түгел уның өсөн Күпме бензин бар бакта...   Ҡыҫҡара бара юлдарым, – Күрәм ҡояш байышын. Ләкин эләктерге килмәй Хәүефһеҙлек ҡайышын...

Хәүефһеҙлек ҡайышы
Хәүефһеҙлек ҡайышы

Салауат ӘБҮЗӘР

ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК ҠАЙЫШЫ

Аңлап етмәнем, ахыры,

Был тормоштоң айышын, –

Эләктереп йөрөмәнем

Хәүефһеҙлек ҡайышын.

 

Йәшел ут ни, ҡыҙыл ут ни, –

Айырмай күңел, аҙһа.

Баҫыр урында тормозға,

Нығыраҡ баҫтым газға.

 

Елеп үтеп китте йәшлек,

Ҡалды уйнап саң-туҙан.

Спидометрға ҡараһам,

О-һо!.. Күпме юл уҙған!..

 

Йөрәк ҡыҙған мотор кеүек

Тиҙлек көҫәй йәш саҡта.

Мөһим түгел уның өсөн

Күпме бензин бар бакта...

 

Ҡыҫҡара бара юлдарым, –

Күрәм ҡояш байышын.

Ләкин эләктерге килмәй

Хәүефһеҙлек ҡайышын...

Хәүефһеҙлек ҡайышы
Хәүефһеҙлек ҡайышы
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: