Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2021, 09:15

Яҙыу

Яҙыу Бер ир урамда ултырған ҡарт янына килеп: – Ҡартлас, һине бик аҡыллы, тиҙәр. Әйт әле, бына мин йәш, көслө, ләкин эш таба алмайым, улым – елғыуар, ҡатыным өйҙә бер ни ҙә эшләмәй... Быны нисек төҙәтергә? – ти. – Ишегеңә “Һәр саҡ былай булмай!” тигән яҙыу элеп ҡуй, – тип яуаплай ҡарт. Ваҡыт үтә. Был ир яҡшы эш таба, улы ла килемле үҙ эшен булдыра, ҡатыны өйҙә өлтөрәп тора... Тормошонан ҡәнәғәт булған ир машинаһында үтеп барғанда теге ҡартты күреп ҡала. – Эй, ҡартлас, – тип ҡысҡыра ул ауыҙ йырып. – Һин һаман да ултыраһыңмы? Ә минең эштәр көйләнде. Хәҙер ниндәй кәңәш бирер инең? Ҡарт уға ҡарап тора ла әйтеп ҡуя: – Теге яҙыуыңды алып ҡуйма!..

Яҙыу
Яҙыу

Яҙыу

Бер ир урамда ултырған ҡарт янына килеп:

– Ҡартлас, һине бик аҡыллы, тиҙәр. Әйт әле, бына мин йәш, көслө, ләкин эш таба алмайым, улым – елғыуар, ҡатыным өйҙә бер ни ҙә эшләмәй... Быны нисек төҙәтергә? – ти.

– Ишегеңә “Һәр саҡ былай булмай!” тигән яҙыу элеп ҡуй, – тип яуаплай ҡарт.

Ваҡыт үтә. Был ир яҡшы эш таба, улы ла килемле үҙ эшен булдыра, ҡатыны өйҙә өлтөрәп тора...

Тормошонан ҡәнәғәт булған ир машинаһында үтеп барғанда теге ҡартты күреп ҡала.

– Эй, ҡартлас, – тип ҡысҡыра ул ауыҙ йырып. – Һин һаман да ултыраһыңмы? Ә минең эштәр көйләнде. Хәҙер ниндәй кәңәш бирер инең?

Ҡарт уға ҡарап тора ла әйтеп ҡуя:

– Теге яҙыуыңды алып ҡуйма!..

Яҙыу
Яҙыу
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: