Төш юрау
Көнсығыш батшаһы төш күрә: уның барлыҡ тештәре ҡойолоп төшкән, имеш. Батша төш юраусыны саҡырып ала ла төшөн юрарға бойора.
– Бөйөк батшам, мин һеҙгә ҡайғылы хәбәр еткерәм: һеҙ бөтә туғандарығыҙҙы юғалтасаҡһығыҙ...
Асыуы килгән батша төш юраусыны зинданға ташларға ҡуша һәм икенсе юраусыны саҡыра.
– О, батшам, – ти икенсе төш юраусы. – Мин һеҙгә ҡыуаныслы хәбәр еткерәм: һеҙ бөтә туғандарығыҙҙан да оҙаҡ йәшәйәсәкһегеҙ.
Яуаптан кәйефе күтәрелгән батша тегегә бүләктәр бирергә бойора. Шул саҡ батшаның яраны төш юраусынан һорай:
– Һин бит теге төш юраусы әйткәнде һөйләнең, ни өсөн батша уны зинданға ташлатты, ә һине бүләкләргә ҡушты?
Төш юраусы мәғәнәле йылмайып ҡуя:
– Эйе, икебеҙ ҙә төштө бер үк хәлгә юраныҡ. Ләкин эш шунда: нимә әйтеүең түгел, нисек әйтеүең мөһим...