Өй эсен нимә тултыра?
Бер ҡарттың өс улы була. Ул түшәккә ятҡас, улдарын саҡырып ала.
– Минең һеҙгә тигеҙ итеп бүлерлек ҙур мираҫым юҡ, – ти ҡарт. – Шуға күрә мөлкәтемде берегеҙгә, иң аҡыллығыҙға ғына ҡалдырам. Бына, һәр берегеҙгә берәр тәңкә, уға һеҙ өйҙө тултырырлыҡ нәмә алығыҙ.
Беренсе ул һалам алып ҡайта, ләкин ул өйҙөң яртыһын да тултыра алмай.
Икенсе ул килтергән мамыҡ та өйҙө тултырмай.
Өсөнсө ул шәм һатып ала һәм уны ҡабыҙып, бөтә өй эсен яҡтылыҡ менән тултыра.
Бәндә күңелдәре лә ошо өй кеүек. Уны тик яҡтылыҡ менән генә тултырып була...