Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2021, 09:45

Быяла

Быяла Ике кеше һөйләшә: – Аңламайым, – ти береһе. – Ярлыға йомош менән килһәң, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, ә байға барһаң, күрмәмешкә һалыша. Ни өсөн шулай икән? – Тәҙрәгә ҡара, – ти икенсеһе. – Нимә күрәһең? – Бала күтәргән ҡатын китеп бара, бала-саға уйнап йөрөй... – Яҡшы. Ә хәҙер көҙгөгә ҡара. Нимә күрҙең? – Бәй, унда ни үҙемде күрәм. – Шулай, – тип һығымта яһап ҡуя икенсе кеше. – Тәҙрә лә, көҙгө лә быяланан эшләнгән. Әгәр быялаға көмөш ялатһаң, үҙеңде генә күрә башлайһың...

Быяла
Быяла

Быяла

Ике кеше һөйләшә:

– Аңламайым, – ти береһе. – Ярлыға йомош менән килһәң, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, ә байға барһаң, күрмәмешкә һалыша. Ни өсөн шулай икән?

– Тәҙрәгә ҡара, – ти икенсеһе. – Нимә күрәһең?

– Бала күтәргән ҡатын китеп бара, бала-саға уйнап йөрөй...

– Яҡшы. Ә хәҙер көҙгөгә ҡара. Нимә күрҙең?

– Бәй, унда ни үҙемде күрәм.

– Шулай, – тип һығымта яһап ҡуя икенсе кеше. – Тәҙрә лә, көҙгө лә быяланан эшләнгән. Әгәр быялаға көмөш ялатһаң, үҙеңде генә күрә башлайһың...

Быяла
Быяла
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: