Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2021, 13:10

Ҡарбуҙ

Ҡарбуҙ Әсәһе илаған ҡыҙын күреп, хафаға ҡалып һорай: – Нимә булды, ҡыҙым? – Беләһеңме, әсәй, мин мөхәббәткә ышанмай башланым. Мин иремде яратам да һымаҡ, ләкин уның насар ҡылыҡтары оҡшамай, ҡайһы саҡта ғауға сығып ҡуя, – ти ҡыҙы. – Тыныслан, – ти әсәһе, ҡыҙының алдына ҡарбуҙ телемдәре ҡуйып. – Һин ҡарбуҙ яратаһың, шулаймы? – Эйе. – Ләкин һин ҡарбуҙдың татлы эсен ашағас, ҡабығын ташлайһың. Тормош та шулай. Һин башыңдан сүп-сарҙы ташларға тейешһең, шул саҡта бөтәһе лә яҡшы булыр...  

Ҡарбуҙ
Ҡарбуҙ

Ҡарбуҙ

Әсәһе илаған ҡыҙын күреп, хафаға ҡалып һорай:

– Нимә булды, ҡыҙым?

– Беләһеңме, әсәй, мин мөхәббәткә ышанмай башланым. Мин иремде яратам да һымаҡ, ләкин уның насар ҡылыҡтары оҡшамай, ҡайһы саҡта ғауға сығып ҡуя, – ти ҡыҙы.

– Тыныслан, – ти әсәһе, ҡыҙының алдына ҡарбуҙ телемдәре ҡуйып. – Һин ҡарбуҙ яратаһың, шулаймы?

– Эйе.

– Ләкин һин ҡарбуҙдың татлы эсен ашағас, ҡабығын ташлайһың. Тормош та шулай. Һин башыңдан сүп-сарҙы ташларға тейешһең, шул саҡта бөтәһе лә яҡшы булыр...

 

Ҡарбуҙ
Ҡарбуҙ
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: