Юлсы
Бер турист Каир ҡалаһына килә. Унда даны донъяға таралған аҡыл эйәһен күрергә теләй. Осрашҡас, бөйөк кешенең китаптар менән тулған, бер йыһазы булмаған бәләкәй генә бүлмәлә йәшәүенә аптырап ҡала.
– Һеҙҙең әйберҙәрегеҙ ҡайҙа? – тип һорай турист.
– Ә һеҙҙең? – тип һорауға һорау бирә аҡыл эйәһе.
– Минеке?! – тип көлөмһөрәй тегенеһе. – Мин бит бында юлсы ғына...
– Мин дә... – ти аҡыл эйәһе.
Ер йөҙөндә беҙҙең ғүмер ваҡытлыса икәнен, юлсылар булыуыбыҙҙы онотоп ебәрәбеҙ шул, мәңге йәшәрҙәй булып ҡыланабыҙ...