Атай менән ул тауҙар аша бара. Малай, ташҡа аяғын бәреп, ауыртыуҙан ҡысҡырып ебәрә.
– А-а-а!!!
Тауҙар үҙен ҡабатлағанын ишетеп, ҡысҡырып һорай:
– Кем был?
Яуап килә:
– Кем был?
Үпкәләгән малай ҡысҡыра:
– Ҡурҡаҡ!
Тауыш ҡабатлай:
– Ҡурҡаҡ!
Малай атаһынан һорай:
– Был кем һуң, атай?
Атаһы йылмайып, ҡысҡырып ебәрә:
– Улым, мин һине яратам!
Тауыш килә:
– Улым, мин һине яратам!
Һәм атаһы аңлатып бирә:
– Кешеләр быны шаңдау, ти. Ә ысынында был – тормош! Бөтә һүҙҙәреңде һәм ҡылған эштәреңде үҙеңә ҡайтара...