Сәйер егет
Бер ҡарт 25 йәшлек улы менән автобусҡа ултыра. Автобус ҡуҙғалып киткәс, тәҙрә төбөндәге улы ҡыҡырып ебәрә:
– Атай, ҡара әле, ағастар артҡа табан йүгерә...
Улар эргәһендә ултырған кешеләр боролоп ҡарай быларға, 25 йәшлек ир-егеттең үҙен балаларса тотоуын килештермәйҙәр.
Ә теге тағы ҡысҡырып ебәрә:
– Атай, күрәһеңме, күл һәм малдар... Болоттар ҙа беҙҙең арттан ҡалмай...
Сәйер егеттең ҡылығын күҙәтеп килгән ҡатын түҙмәй, әйтеп ҡуя:
– Улығыҙҙы ниңә дауаханаға алып бармайһығыҙ?
Ҡарт, йәш эркелгән күҙҙәрен һөртөп:
– Беҙ әле генә дауахананан сыҡтыҡ. Бөгөн минең улымдың тәүге тапҡыр күҙҙәре күрҙе...