Бер бала уҡытыусыһынан һорай:
– Мөхәббәт нимә ул?
Уҡытыусы балаларҙы паркҡа алып сыға һәм кемгә нимә оҡшай, шуны килтерергә ҡуша.
Йүгереп килеп еткән беренсе уҡыусы:
– Бына, мин сәскә килтерҙем, матур бит! – ти.
Икенсе уҡыусы устарын йәйә:
– Ә мин күбәләк килтерҙем. Ҡарағыҙ әле, ул ниндәй матур! – ти ҡыуанып.
Бөтә балалар ҙа килтергәндәре менән маҡтанып, уларҙың шундай матур булыуын иҫбатларға теләй.
Ситтәрәк шым ғына торған ҡыҙҙан һорай уҡытыусы:
– Ә һин бер ни ҙә тапманыңмы ни?
– Ғәфү итегеҙ, – ти ҡыҙ. – мин матур сәскә күрҙем, тик өҙөргә ҡулым барманы, хуш еҫен бөтә паркҡа таратып ултыра ул. Күбәләкте лә күрҙем, ул сәскәләрҙән-сәскәләргә ҡунып, шундай бәхетле талпына ине, тоторға ҡыйманым. Ләкин мин сәскәнең хуш еҫен, күбәләктең азатлығын килтерҙем, тик уларҙы күрһәтә алмайым шул...
Уҡытыусы ҡыҙҙың башынан һыйпап, әйтеп ҡуя:
– Шулай, балалар, мөхәббәтте йөрәктә генә килтереп була...