Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренең “Беҙҙе мәңгеләштерәләр” тигән өлөшөндә фоторәссам шулайыраҡ һөйләнә: “Бына хәҙер үҙегеҙҙең данығыҙға был яҡтарҙың матурлығын ҡушып бөтә илгә таратабыҙ. Ҡайҙа ҡарама – хозурлыҡ! Мәңгеләштереүҙе үҙе һорап тора. Төҫлө фотоны уйлап тапҡан кеше бөйөк кеше булған. Төҫлө фото гүзәллекте һемереп кенә ала бит ул!”
Мин дә, тыуған яҡтарыма ҡайтһам, ошо фоторәссам шикелле телефонымды тыуған ерҙәремә тоҫҡай һалам. Беҙҙең яҡтар ҙа “мәңгеләштереүҙе” һорап ҡына тора бит ул! Рәхәт инде: “шылт” – мәңгеләштерәһең дә ҡуяһың. Ләкин киләсәк быуынға тәбиғәт гүзәллеге фотоһүрәттән генә ҡарап һоҡланырға ҡалмаһын ине!