Күренекле бер шағирҙың бай дуҫы була. Шул дуҫы икенсе урынға күсергә теләп, өйөн һатырға шағирҙан иғлан яҙып биреүен һорай. Шағир шунда уҡ яҙа: “Эргәһенән генә көмөштәй саф шишмә аҡҡан, хуш еҫле ҡарағайҙар менән уратып алынған ғәжәп күркәм йорт һатыла. Ҡолас йәйеп ултырған йөҙәр йыллыҡ ағастарҙан көнө буйы ҡоштар моңо ағыла, кистәрен сиңерткәләр тауышы күңелде иркәләй, баҡсалағы сәскәләрҙең, емеш-еләктең хуш еҫе танауҙы ҡытыҡлай”.
Бер нисә көн үткәс улар осраша.
– Өйөңдө һатып ебәрҙеңме? – тип һорай шағир.
– Беләһеңме, – ти тегенеһе йылмайып. – Һин иғлан яҙып биргәс, ниндәй мөғжизәгә эйә булыуымды аңланым. Хәҙер йортомдо бер ниндәй хаҡҡа ла һатмайым.
Йыш ҡына ниндәй байлыҡҡа эйә булыуыбыҙҙы аңлап етмәйбеҙ, уны башҡаға алмаштырырға теләйбеҙ. Барҙың ҡәҙерен белергә кәрәк шул: яҡындарыңдың, дуҫтарҙың, эшеңдең, һаулығыңдың...