Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2021, 09:05

Наил Ғәйетбай

Кисә генә һымаҡ, байтаҡ йылдар аҡҡан икән: драматургия күгенә ҡанат елпеп маташҡан саҡ. Мөнир Ҡунафиндың да, минең дә тәүге пьесалар республика театрҙарында ҡуйыла башланы. Әлеге фотола беҙ атаҡлы драматург Наил Ғәйетбай менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында минең әҫәр буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһына китеп барабыҙ. Әҫәрҙәре Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй сәхнәләрен яулаған Наил ағайҙың ябайлығына, ихласлығына әле лә аптырап ҡуям: драматургия “сабый”ының премьераһы тип, беҙҙең ыңғайға әллә ҡайҙа ятҡан Сибайға юлланды. Премьеранан һуң төн уртаһында Өфөгә ҡайттыҡ, ә иртәнсәк Наил ағай ошо тамаша тураһында гәзиткә мәҡәлә килтергән... Хәйер, башҡорт драматургияһы үҫһен, йәштәр килһен өсөн көсөн йәлләмәй Наил Әсғәт улы. Үҙе һөйләп йөрөмәһә лә, уның тырышлығы арҡаһында башҡорт драматургияһына байтаҡ йәштәр килде!

Наил Ғәйетбай
Наил Ғәйетбай

Кисә генә һымаҡ, байтаҡ йылдар аҡҡан икән: драматургия күгенә ҡанат елпеп маташҡан саҡ. Мөнир Ҡунафиндың да, минең дә тәүге пьесалар республика театрҙарында ҡуйыла башланы. Әлеге фотола беҙ атаҡлы драматург Наил Ғәйетбай менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында минең әҫәр буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһына китеп барабыҙ.

Әҫәрҙәре Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй сәхнәләрен яулаған Наил ағайҙың ябайлығына, ихласлығына әле лә аптырап ҡуям: драматургия “сабый”ының премьераһы тип, беҙҙең ыңғайға әллә ҡайҙа ятҡан Сибайға юлланды. Премьеранан һуң төн уртаһында Өфөгә ҡайттыҡ, ә иртәнсәк Наил ағай ошо тамаша тураһында гәзиткә мәҡәлә килтергән...

Хәйер, башҡорт драматургияһы үҫһен, йәштәр килһен өсөн көсөн йәлләмәй Наил Әсғәт улы. Үҙе һөйләп йөрөмәһә лә, уның тырышлығы арҡаһында башҡорт драматургияһына байтаҡ йәштәр килде!

Наил Ғәйетбай
Наил Ғәйетбай
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: