Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2021, 13:10

Күршеләр

Ике күрше Йәшәгән, ти, күршеләр. Берәүҙәре, кемдең хаҡлы булыуын асыҡлап, бер-береһенә ғәйеп ташлап, гел талаша икән, икенселәре бик татыу йәшәй. Талаштан торған ғаиләнең хужабикәһе иренә әйтә: – Бар, белеп кил әле, улар нисек гел шулай татыу йәшәй икән? Ир күршеләренең өйөнә барып, тәҙрәнән күҙәтә башлай. Хужабикә өй эсен тәртипкә килтереп йөрөй, шул саҡ телефон шалтырай. Ҡатын, албырғап, ҡулындағы вазаны өҫтәлдең ситенә ултырта. Үтеп барған ире, абайламаҫтан вазаға ҡағылып, төшөрөп ебәрә. “Ох, хәҙер ниндәй ыҙғыш буласаҡ!” – тип уйлай йәшенеп торған ир. Ләкин теге ҡатын ире янына килеп: – Ғәфү ит, ҡәҙерлем! Мин ғәйепле, вазаны өҫтәл ситенә ҡуйғанмын. – Юҡ, һөйөклөм, ғәйеп миндә, – ти ире, – ғәфү ит, мин һаҡһыҙ ҡыландым. Күҙәтеп торған ир өйөнә ҡайта, ҡатыны сабырһыҙланып һорай: – Һин бик тиҙ әйләндең, йә, нимә булды? – Уларҙа һәр береһе ғәйепле, шуға талашмайҙар, – ти ир уйға ҡалып. – Ә бына беҙҙә һәр ваҡыт бөтәбеҙ ҙә хаҡлы...

Күршеләр
Күршеләр

Ике күрше

Йәшәгән, ти, күршеләр. Берәүҙәре, кемдең хаҡлы булыуын асыҡлап, бер-береһенә ғәйеп ташлап, гел талаша икән, икенселәре бик татыу йәшәй. Талаштан торған ғаиләнең хужабикәһе иренә әйтә:

– Бар, белеп кил әле, улар нисек гел шулай татыу йәшәй икән?

Ир күршеләренең өйөнә барып, тәҙрәнән күҙәтә башлай. Хужабикә өй эсен тәртипкә килтереп йөрөй, шул саҡ телефон шалтырай. Ҡатын, албырғап, ҡулындағы вазаны өҫтәлдең ситенә ултырта. Үтеп барған ире, абайламаҫтан вазаға ҡағылып, төшөрөп ебәрә. “Ох, хәҙер ниндәй ыҙғыш буласаҡ!” – тип уйлай йәшенеп торған ир.

Ләкин теге ҡатын ире янына килеп:

– Ғәфү ит, ҡәҙерлем! Мин ғәйепле, вазаны өҫтәл ситенә ҡуйғанмын.

– Юҡ, һөйөклөм, ғәйеп миндә, – ти ире, – ғәфү ит, мин һаҡһыҙ ҡыландым.

Күҙәтеп торған ир өйөнә ҡайта, ҡатыны сабырһыҙланып һорай:

– Һин бик тиҙ әйләндең, йә, нимә булды?

– Уларҙа һәр береһе ғәйепле, шуға талашмайҙар, – ти ир уйға ҡалып. – Ә бына беҙҙә һәр ваҡыт бөтәбеҙ ҙә хаҡлы...

Күршеләр
Күршеләр
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: