Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2021, 09:55

Күлдәк

Салауат ӘБҮЗӘР ХАЛЫҠҠА ЯҢЫ КЕЙЕМ Х. К. Андерсендың «Батшаның яңы күлдәге” әкиәтенә эйәреп. Борон заманмы, белмәйем, Батша саҡырып Бейен: “Тиҙ арала тектер, – тигән, – Халыҡҡа яңы кейем!” Ни ҡылырға белмәй, ти, Бей, – Мәсьәләнең төбө юҡ: Кейем бесергә тауар юҡ, Энәһе юҡ, ебе юҡ... Уйлай торғас, урынынан Һикереп үк торған, ти. Ете диңгеҙ аръяғынан Тегенсе саҡырған, ти. “Тегенсе дуҫ, башыбыҙға Төштө ҙур бәлә, – тигән. – Был эш бары һинең генә Ҡулыңдан килә”, – тигән. Тегенсе күҙ ҡыҫа быға: “Юҡҡа борсолма, Бейем, Тегеп бирермен халҡыңа Затлынан-затлы кейем! Ләкин уның бер сере бар: Ҡолаҡ һал һүҙемә, – ти, – Ул кейем һис тә күренмәҫ Ахмаҡтар күҙенә”, – ти. Шулай итеп, ике яҡ та, Ҡаҙанда ит бешеүгә, Устарын устарға һуғып, Ҡул ҡуя Килешеүгә. Иртәгәһен ҙур майҙанға Йыйылған көллө халыҡ, Һәм ярандар тегеләй-былай Саба, ти, хайран ҡалып: –Бындай кейем донъяла юҡ!.. –Кейем түгел был – тәтәй!.. –Әллә нур ҡушып теккәндәр!.. –Килешеп тора, үәт, әй!.. –Күҙҙең яуын ала инде!.. –Иҫ киткес биҙәктәре!.. –Ҡарағыҙ әле, алтын бит Тағылған һиҙәптәре!.. Эй, маҡтайҙар, эй, данлайҙар, – (Ни ҡылаһың ялланғас...) Шунда бер малай ҡысҡырҙы: –Ә халыҡ бит яланғас!..

Күлдәк
Күлдәк

Салауат ӘБҮЗӘР

ХАЛЫҠҠА ЯҢЫ КЕЙЕМ

Х. К. Андерсендың «Батшаның яңы күлдәге” әкиәтенә эйәреп.

Борон заманмы, белмәйем,

Батша саҡырып Бейен:

“Тиҙ арала тектер, – тигән, –

Халыҡҡа яңы кейем!”

Ни ҡылырға белмәй, ти, Бей, –

Мәсьәләнең төбө юҡ:

Кейем бесергә тауар юҡ,

Энәһе юҡ, ебе юҡ...

Уйлай торғас, урынынан

Һикереп үк торған, ти.

Ете диңгеҙ аръяғынан

Тегенсе саҡырған, ти.

“Тегенсе дуҫ, башыбыҙға

Төштө ҙур бәлә, – тигән. –

Был эш бары һинең генә

Ҡулыңдан килә”, – тигән.

Тегенсе күҙ ҡыҫа быға:

“Юҡҡа борсолма, Бейем,

Тегеп бирермен халҡыңа

Затлынан-затлы кейем!

Ләкин уның бер сере бар:

Ҡолаҡ һал һүҙемә, – ти, –

Ул кейем һис тә күренмәҫ

Ахмаҡтар күҙенә”, – ти.

Шулай итеп, ике яҡ та,

Ҡаҙанда ит бешеүгә,

Устарын устарға һуғып,

Ҡул ҡуя Килешеүгә.

Иртәгәһен ҙур майҙанға

Йыйылған көллө халыҡ,

Һәм ярандар тегеләй-былай

Саба, ти, хайран ҡалып:

–Бындай кейем донъяла юҡ!..

–Кейем түгел был – тәтәй!..

–Әллә нур ҡушып теккәндәр!..

–Килешеп тора, үәт, әй!..

–Күҙҙең яуын ала инде!..

–Иҫ киткес биҙәктәре!..

–Ҡарағыҙ әле, алтын бит

Тағылған һиҙәптәре!..

Эй, маҡтайҙар, эй, данлайҙар, –

(Ни ҡылаһың ялланғас...)

Шунда бер малай ҡысҡырҙы:

–Ә халыҡ бит яланғас!..

Күлдәк
Күлдәк
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: