Бер кеше “Microsoft” компаниеһына урам һепереүсе булып эшкә урынлашырға килә. Кадрҙар бүлегендә:
– Эшкә алырбыҙ, “e-mail”ығыҙҙы ҡалдырығыҙ, – тиҙәр.
– Минең компьютерым юҡ, – ти тегенеһе.
Кадрҙар бүлегендә баш сайҡайҙар:
– Үкенес, һеҙҙе эшкә алып булмай, – тиҙәр.
Кәйефе ҡырылған был кеше, нисек итеп компьютерға аҡса йыйырға,тип баш вата – кеҫәһендә 30 доллар ғына аҡсаһы бар. Шунда емеш-еләк һатыусыны күреп, 10 килограмм алма һатып ала һәм халыҡ күп йөрөгән урамға сығарып һата. Өс-дүрт сәғәт эсендә ул түккән аҡсаһын ике тапҡыр арттырып ҡайтара... Аңлап ҡала: былай итһәң, эш эҙләп йөрөүҙең кәрәге юҡ бит!
Йылдар үтә. Был кеше машина һатып ала, башта ларек, шунан магазин аса, биш йылдан супермаркеттар селтәренең хужаһы булып китә. Ҙур байлыҡҡа эйә булған ир бизнесын страховкалау өсөн агентлыҡҡа мөрәжәғәт итә. Унан “e-mail” һорайҙар, “юҡ” тигән яуап ишеткәс, агент тел шартлата:
– Ғәжәп! Ниндәй ҙур бизнесығыҙ бар, ә шәхси компьютерығыҙ юҡ. Әгәр компьютерығыҙ булһа, ниндәй эштәр атҡарыуығыҙҙы күҙ алдына килтереүе ауыр!..
Эшҡыуар ир йылмайып яуаплай: