Бер саҡ уҡытыусы уҡыусыларынан һорай:
– Кешеләр бәхәсләшкәндә ни өсөн ҡысҡыралар?
– Сөнки тыныслыҡтарын юғалталар, – тип яуаплайҙар.
– Әгәр кеше яныңда тора икән, ниңә ҡысҡырырға һуң?
Уҡыусылар төрлөсә яуап бирә, ләкин уҡытыусыны бер яуап та ҡәнәғәтләндермәй. Ниһайәт ул аңлатып бирә:
– Кешеләр бер-береһе менән бәхәсләшкәндә, уларҙың йөрәктәре алыҫлаша. Шуға күрә, бер-береһен ишетер өсөн, ҡысҡырырға тура килә. Ә инде кешеләр бер-береһенә ғашиҡ булғанда, улар ҡысҡырмай, шым ғына, бышылдап ҡына һөйләшәләр. – тип дауам итә уҡытыусы. – Тора-бара хатта һүҙҙәр ҙә кәрәкмәй, барыһын да улар күҙҙәренән уҡый...