Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
Аңлатма бармы?
Ҡыҙыҡ ҡына бер күҙәтеү. Мәктәптәрҙә рус теленән һәм әҙәбиәтенән тыш барлыҡ предметтар туған телебеҙҙә алып барылған ваҡытта техник фәндәр буйынса күп кенә белгестәр, фән докторҙары үҫеп сыҡҡан. Ә инде туған телебеҙҙән һәм әҙәбиәтебеҙҙән тыш барлыҡ предметтар рус телендә уҡытыла башлағас, гуманитар йүнәлештәге фәндәр буйынса белгестәр өҫтөнлөк итә башлаған. Быға аңлатма бармы, кем нисек уйлай?
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 534-се күҙәтеү.