Салауат ӘБҮЗӘР
ЗАМАНСА ШИҒЫР
Йәшәргә кәрәк заманса, –
Алгоритм ҡуйып алға.
Кастингтар, проба үтеп,
Имтихандар биреп балға.
Шундай булһын концептың, –
Иҫкелеккә ҡарап торма.
Харизмаңа тура килһен
Һин һайлаған платформа.
Боронғоға, иҫкелеккә
Йәбешеп ята бары һармаҡ.
Рейтингты юғарыла
Тота алмай ундай формат.
Имиджыңды күрһәтә бел,
Юғарыға уны мендер.
Бының өсөн буклет эшлә,
Реклама бир, үткәр тендер.
Кем замандан артта ҡала,
Нимә тиһең – наҙан инде.
Контент... Грант... Тренд... Кредо... –
Уф-ф!.. Аҡылдан яҙам инде...