ЯРАТЫҒЫҘ!
Данлы кардиохирург академик Владимир Алмазовтың клиникалағы кабинетында йөрәк һалынған спиртлы һауыт тора. Уның тарихы былай:
Ул саҡта Алмазов медицина институтының 4-се курсында уҡып йөрөй. Институттың клиникаһына йөрәк сирле бер ҡыҙҙы килтерәләр. Септик-эндокардит тигән был сирҙән әле лә күп кеше вафат була, ә ул саҡта...
Ҡыҙҙы дауалап булыуына берәү ҙә өмөт тотмай. Уны данлы профессорҙар, академиктар тикшерә, бер ниндәй һөҙөмтә булмай. Практиканттар араһында студент Алмазов та була. Әлбиттә, ул бер ниндәй ҙә асыш яһамай, алдынғы дауалау ысулы тәҡдим итмәй, ләкин сибәр ҡыҙға үлеп ғашиҡ була. Көн дә ҡыҙ янына килә башлай, сәскәләр гөлләмәһе бүләк итә. Хәл өҫтөндә ятҡан ҡыҙ ҙа уға мөхәббәтен белдерә. Һәм... яйлап-яйлап һауыға башлай!..
Улар өйләнешә, балалар үҫтерәләр, үҙҙәренең көмөш туйҙарына теге саҡта дауалаған врачтарҙы саҡыралар.
Алмазовтың ҡатыны үлер алдынан йөрәген медицина институтына ҡалдырыуҙарын һорай. Бының менән ул шуны әйтергә теләй – сирле йөрәкте мөхәббәт менән дауалап була!
Һөйөгөҙ, һөйөлөп йәшәгеҙ!