Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Октябрь 2021, 10:30

Әсир

Ҡыҙ, башын эйеп, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ торғандан һуң, ҡалтыранған тауыш менән әйтеп ҡуйҙы: – Аңлайым шикелле... Тимәк, һин... – Юҡ, аңламаның, Шәүрә! – Тимәк, һин… Һин мине яратмайһың!.. Егет ҡыҙҙың яурынан тотоп алды: – Һин нимә һөйләйһең, Шәүрәкәйем!? – Ниңә мине ташлап китергә булдың һуң? – Шәүрә үпкәсел ҡарап, егеткә һыйынды. – Ну, эш юҡ миңә бында... – тине егет. – Атай-әсәй елкәһендә йәшәй алмайым бит. – Нисек инде, эш юҡ? Теләһәң, атайым менән үҙем һөйләшермен, – Шәүрәгә йән кергәндәй булды. Шамил иһә, ниндәйҙер ҡот осҡос хәбәр ишеткәндәй, терт итеп ҡалды: – Юҡ, юҡ!.. Кәрәкмәй, Шәүрә! Кәрәкмәй!.. – Аһ, ниңә ҡотоң осто? – Беләһең дә инде, ул беҙҙе… мине өнәп бөтмәй... Әгәр беҙҙең осрашҡанды ла белеп ҡалһа... Шул саҡта ғына ер аҫтынан килеп сыҡҡандай булды Мәхмүт. Бер талай һөҙөп ҡарап торҙо был икәүгә, сикәһе тартышып, ирендәре ҡалтырап ҡуйҙы: – Ҡара, ҡара!.. Кемдәр тора, тиһәм... Бына нисек икән!.. Шәүрә, әллә уңайһыҙланыуҙан, күҙҙәрен йәшерергә тырышып, шым ғына өндәште: – Ни булды, атай? Гөлт итеп тоҡанып китте Мәхмүт: – Ни булғанын, бына, мин һинән һорарға тейеш!.. Нишләп тораһың бында, ә, ошоноң менән?.. – сыбыртҡы һабы менән Шамилға ишараланы ул. – Ниңә улай тиһең, атай? – Шәүрәнең матур күҙҙәрен шом шәүләһе япты. – Кем балаһы икәнен беләһеңме, ә?!. Беләһеңме?!. – Атай!.. – Белмәһәң бел – бандит көсөгө! Нәҫелебеҙҙе бандит ҡаны менән бутамаҡсы булаһыңмы!? Шәүрә йән асығына ҡысҡырып ебәрҙе: – Атай!.. – Марш, өйгә!.. – тип екерҙе Мәхмүт ҡыҙына, шунан Шамилдың яғаһынан эләктереп алды. – Ә һин, маңҡа, ҡолағыңа киртеп ҡуй. Тағы ҡыҙым янында сыуалғаныңды күрһәм!..  

Әсир
Әсир

Ҡыҙ, башын эйеп, байтаҡ ҡына һүҙһеҙ торғандан һуң, ҡалтыранған тауыш менән әйтеп ҡуйҙы:

– Аңлайым шикелле... Тимәк, һин...

– Юҡ, аңламаның, Шәүрә!

– Тимәк, һин… Һин мине яратмайһың!..

Егет ҡыҙҙың яурынан тотоп алды:

– Һин нимә һөйләйһең, Шәүрәкәйем!?

– Ниңә мине ташлап китергә булдың һуң? – Шәүрә үпкәсел ҡарап, егеткә һыйынды.

– Ну, эш юҡ миңә бында... – тине егет. – Атай-әсәй елкәһендә йәшәй алмайым бит.

– Нисек инде, эш юҡ? Теләһәң, атайым менән үҙем һөйләшермен, – Шәүрәгә йән кергәндәй булды. Шамил иһә, ниндәйҙер ҡот осҡос хәбәр ишеткәндәй, терт итеп ҡалды:

– Юҡ, юҡ!.. Кәрәкмәй, Шәүрә! Кәрәкмәй!..

– Аһ, ниңә ҡотоң осто?

– Беләһең дә инде, ул беҙҙе… мине өнәп бөтмәй... Әгәр беҙҙең осрашҡанды ла белеп ҡалһа...

Шул саҡта ғына ер аҫтынан килеп сыҡҡандай булды Мәхмүт. Бер талай һөҙөп ҡарап торҙо был икәүгә, сикәһе тартышып, ирендәре ҡалтырап ҡуйҙы:

– Ҡара, ҡара!.. Кемдәр тора, тиһәм... Бына нисек икән!..

Шәүрә, әллә уңайһыҙланыуҙан, күҙҙәрен йәшерергә тырышып, шым ғына өндәште:

– Ни булды, атай?

Гөлт итеп тоҡанып китте Мәхмүт:

– Ни булғанын, бына, мин һинән һорарға тейеш!.. Нишләп тораһың бында, ә, ошоноң менән?.. – сыбыртҡы һабы менән Шамилға ишараланы ул.

– Ниңә улай тиһең, атай? – Шәүрәнең матур күҙҙәрен шом шәүләһе япты.

– Кем балаһы икәнен беләһеңме, ә?!. Беләһеңме?!.

– Атай!..

– Белмәһәң бел – бандит көсөгө! Нәҫелебеҙҙе бандит ҡаны менән бутамаҡсы булаһыңмы!?

Шәүрә йән асығына ҡысҡырып ебәрҙе:

– Атай!..

– Марш, өйгә!.. – тип екерҙе Мәхмүт ҡыҙына, шунан Шамилдың яғаһынан эләктереп алды. – Ә һин, маңҡа, ҡолағыңа киртеп ҡуй. Тағы ҡыҙым янында сыуалғаныңды күрһәм!..

 

Әсир
Әсир
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: