Салауат ӘБҮЗӘР
ОЖМАХ, ТАМУҠ...
Ожмахты ла күргәнем бар,
Күргәнем бар тамуҡты ла...
Кемдең ҡайҙа эләккәнен
Бер ҡарауҙан танып була.
Ана, берәү ғүмер буйы
Ил мөлкәтен урлап һата.
Бата-бата гонаһтарға,
Ул ожмахта йәшәп ята...
Бына, берәү хәләл көсөн
Түгә, ләкин һис мал йоҡмай.
Ғүмер буйы сауап ҡыла,
Тик тамуҡтан башы сыҡмай...
Намыҫлылар – тамуҡтаҙа,
Ожмахтарҙа – уғры-ҡараҡ...
Күктә хәлдәр нисек булыр?! –
Ер хәлдәре башҡасараҡ.