Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2021, 17:55

Күҙәтеү

Швед өҫтәлеТөркиәлә булғанда швед өҫтәлендә туҡланып, оҡшап ҡалғайны. "Киске Өфө" лә эшләгәндә тыуған көнөмдө хеҙмәттәштәремә шундай уҡ өҫтәл менән үткәрергә булдым. Бүлмәнең бер яҡ мөйөшөнә бер өҫтәл ҡуйып, өҫтөнә төрөктәрҙекенә оҡшатып ризыҡтар, һауыт-һаба теҙҙем, сәй ҡайнатып ҡуйҙым. Икенсе өҫтәл артына үҙебеҙ ултырыштыҡ. Алдыбыҙҙа бер нәмә лә юҡ, бер-беребеҙгә ҡарашып ултырабыҙ бер саҡ. Шул саҡ Мәрйәм апай Бураҡаева мәғәнәле йылмайып: "Ризыҡҡа арты менән ултырған башҡортто тәү тапҡыр күреүем, әйҙә, өҫтәлдәрҙе алмаштырып ултыртайыҡ", — тине.Шулай иттек тә. "Швед өҫтәле" шуның менән тамам булды."Мең дә бер күҙәтеүем"яҙмаларынан 532-се күҙәтеү.

Күҙәтеү
Күҙәтеү

Швед өҫтәле

Төркиәлә булғанда швед өҫтәлендә туҡланып, оҡшап ҡалғайны. "Киске Өфө" лә эшләгәндә тыуған көнөмдө хеҙмәттәштәремә шундай уҡ өҫтәл менән үткәрергә булдым. Бүлмәнең бер яҡ мөйөшөнә бер өҫтәл ҡуйып, өҫтөнә төрөктәрҙекенә оҡшатып ризыҡтар, һауыт-һаба теҙҙем, сәй ҡайнатып ҡуйҙым. Икенсе өҫтәл артына үҙебеҙ ултырыштыҡ. Алдыбыҙҙа бер нәмә лә юҡ, бер-беребеҙгә ҡарашып ултырабыҙ бер саҡ. Шул саҡ Мәрйәм апай Бураҡаева мәғәнәле йылмайып: "Ризыҡҡа арты менән ултырған башҡортто тәү тапҡыр күреүем, әйҙә, өҫтәлдәрҙе алмаштырып ултыртайыҡ", — тине.
Шулай иттек тә. "Швед өҫтәле" шуның менән тамам булды.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 532-се күҙәтеү.

Күҙәтеү
Күҙәтеү
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: