Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2021, 22:20

Ҡаттар

Салауат ӘБҮЗӘР ҠАТТАР ...Көтмәгәндә ығы-зығы Ҡупты беренсе ҡатта. Ҡалын-ҡалын стеналар Һелкенеп ҡуйҙы хатта.   Икенсе ҡаттар шомланды: “Ни булды икән аҫта? Әгәр ҡоторған бәндәләр Ишекте тибеп асһа?!.”   Шиккә төшкән икенселәр Бикләп ҡуйҙы ишекте. Был тауышты өҫтәгеләр – Өстәгеләр ишетте.   “Ни булды?” – тип һоранылар Улар икенсе ҡаттан. “Бер ни ҙә юҡ” – тигән яуап Бирҙеләр аҫҡы яҡтан.   Дүртенселәр хафаланды: “Хөрткә оҡшаған эштәр! Тиҙ арала асыҡлайыҡ, Ни әйтер икән өстәр?”   Өсөнсөләр яуапланы: Ҡурҡыныс түгел эштәр, Байрам шаулай, тип әйтегеҙ, Һораһа әгәр биштәр...”   Ошо хәбәр китте өҫкә – Бишкә, алты, етегә... “Йорттоң беренсе ҡатында Гөрләп байрам ителә!”

Ҡаттар
Ҡаттар

Салауат ӘБҮЗӘР

ҠАТТАР

...Көтмәгәндә ығы-зығы

Ҡупты беренсе ҡатта.

Ҡалын-ҡалын стеналар

Һелкенеп ҡуйҙы хатта.

 

Икенсе ҡаттар шомланды:

“Ни булды икән аҫта?

Әгәр ҡоторған бәндәләр

Ишекте тибеп асһа?!.”

 

Шиккә төшкән икенселәр

Бикләп ҡуйҙы ишекте.

Был тауышты өҫтәгеләр –

Өстәгеләр ишетте.

 

“Ни булды?” – тип һоранылар

Улар икенсе ҡаттан.

“Бер ни ҙә юҡ” – тигән яуап

Бирҙеләр аҫҡы яҡтан.

 

Дүртенселәр хафаланды:

“Хөрткә оҡшаған эштәр!

Тиҙ арала асыҡлайыҡ,

Ни әйтер икән өстәр?”

 

Өсөнсөләр яуапланы:

Ҡурҡыныс түгел эштәр,

Байрам шаулай, тип әйтегеҙ,

Һораһа әгәр биштәр...”

 

Ошо хәбәр китте өҫкә –

Бишкә, алты, етегә...

“Йорттоң беренсе ҡатында

Гөрләп байрам ителә!”

Ҡаттар
Ҡаттар
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: