Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Октябрь 2021, 15:35

Зөһрә Ҡотлогилдина

2 октябрь — Халыҡ-ара золомһоҙлоҡ (ненасилие) көнө! Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА Америкаларға бараһы юҡАмерикаларға бараһы юҡ,Америка беҙгә үҙе килде.Беребеҙҙән рөхсәт һорап тормай,Терминатор булып өйгә инде.Ҡырып-емереп һалды бар нәмәне:Көнө-төнө атыш, үлтереш.Замананан артта ҡалыу яҙыҡ,Сит илдәрсә хәҙер көнкүреш.Өҫтәлдәргә кока-кола ҡунды,Табыныбыҙ хот-дог менән тулды.Сабыйҙарға наркотигын һуҙҙы,Бар хәсрәттәр, гүйә, онотолдо.Мөйөш һайын уйын автоматы,Казинолар күҙҙең яуын ала,Анау машинаны отам тиеп,Машиналыҡ аҡсаларың ҡала.Урам һайын торған фәхишәләрБүлеп алған шәхси биләмәһен,Көпә-көндөҙ сисенергә әҙер,Янсыҡтарың ғына йәлләмә һин.Барлыҡ зиннәттәрен дер һелкетеп,Сыр яланғас килеп алға баҫты.Ниндәй енестән һуң ул нишана,Ир-бисәме әллә был албаҫты?Үҙ телебеҙ йүнләп белмәһәк тә,Инглизсә хәтәр «һөйләшәбеҙ».Ҡыуанғанда йәки һоҡланғанда«Ес!», «Уау!» тип кенә өндәшәбеҙ.Америкаларға бараһы юҡ,Үҙе беҙгә килде был ғибәрәт.Океан аръяғына киткәндәрме,Беҙме әллә илдә эмигрант?Зөһрә Ҡотлогилдина.  

Зөһрә Ҡотлогилдина
Зөһрә Ҡотлогилдина
2 октябрь — Халыҡ-ара золомһоҙлоҡ (ненасилие) көнө!

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Америкаларға бараһы юҡ

Америкаларға бараһы юҡ,
Америка беҙгә үҙе килде.
Беребеҙҙән рөхсәт һорап тормай,
Терминатор булып өйгә инде.

Ҡырып-емереп һалды бар нәмәне:
Көнө-төнө атыш, үлтереш.
Замананан артта ҡалыу яҙыҡ,
Сит илдәрсә хәҙер көнкүреш.

Өҫтәлдәргә кока-кола ҡунды,
Табыныбыҙ хот-дог менән тулды.
Сабыйҙарға наркотигын һуҙҙы,
Бар хәсрәттәр, гүйә, онотолдо.

Мөйөш һайын уйын автоматы,
Казинолар күҙҙең яуын ала,
Анау машинаны отам тиеп,
Машиналыҡ аҡсаларың ҡала.

Урам һайын торған фәхишәләр
Бүлеп алған шәхси биләмәһен,
Көпә-көндөҙ сисенергә әҙер,
Янсыҡтарың ғына йәлләмә һин.

Барлыҡ зиннәттәрен дер һелкетеп,
Сыр яланғас килеп алға баҫты.
Ниндәй енестән һуң ул нишана,
Ир-бисәме әллә был албаҫты?

Үҙ телебеҙ йүнләп белмәһәк тә,
Инглизсә хәтәр «һөйләшәбеҙ».
Ҡыуанғанда йәки һоҡланғанда
«Ес!», «Уау!» тип кенә өндәшәбеҙ.

Америкаларға бараһы юҡ,
Үҙе беҙгә килде был ғибәрәт.
Океан аръяғына киткәндәрме,
Беҙме әллә илдә эмигрант?
Зөһрә Ҡотлогилдина.
 
Зөһрә Ҡотлогилдина
Зөһрә Ҡотлогилдина
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: