Салауат ӘБҮЗӘР, шағир, яҙыусы, драматург:
Тажлы зәхмәт йоғоп сирләүселәр, вафат булыусылар тураһында ишетеп-күреп торабыҙ. Ләкин, был миңә ҡағылмай, тигәндәй, битараф ҡала бирәбеҙ. Сер түгел, үҙем дә шулай уйланым. Быға тиклем бер тапҡыр ҙа грипп йоҡҡаны булмағас, әһәмиәт бирмәнем. Күҙ алдында шап-шаҡтай, типһә тимер өҙөрҙәй кешеләрҙең ҡапыл дауаханаға эләгеүе йә яҡты донъя менән хушлашыуы уйға һалды. Әлбиттә, был урында күп уйланып тороуҙың кәрәге юҡ: исемдәре донъяға билдәле ғалимдар әйтеүенсә, был ҡот осҡос сиргә ҡаршы вакцина һалдырыу мөһим!..