Барса олпат йәштәгеләрҙе Ололар көнө менән!
Бар булығыҙ, һаулыҡҡа һәм ҡыуанысҡа бай булығыҙ!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА
Байыу
Күмгел-күкһел тамырҙары бүрткән
Өлкән ҡулын һалып тубыҡҡа,
Әллә ҡайҙа ҡараштарын төбәп
Ауыр һулап ала юҡ-юҡта.
Күҙен йомоп йылмайыуға сума –
Ғашиҡ сағын иҫкә алғандыр,
Баш сайҡаған ыңғайына баҫып,
Кире ҡолай аҡ сәс-ҡылғандар.
Өйөп ҡуйған ҡаралтылар ише
Һыр өҫтөнә ятҡан һырҙары
Әллә ҡайҙа була бер тынаға
Тыңлағанда “Юлдаш” йырҙарын.
Шатлығын да, ҡайғыһын да хәҙер
“Э-эй-й-й”, – тигән бер һүҙ аңғарта.
Ойой биреп, сеймәлеп тә бөткән
Ғүмер ебен ҡабат тағата.
“Аллаһ-Аллаһ”, – тиеп билен тотоп
Үҙенә көйә, үҙен шелтәләй,
Баһаһыҙ ғына ҡарап башҡаларға
Эскәмйәлә ултыра көлтәләй.
Ҡояш көлтәһеләй яҡты ғына
Арыған һыны инде еп-еңел.
Тик уйҙары ғына арыу тарта,
Ауыр тарта ҡарҙай аҡ күңел.
Ап-аҡ, эйе, тик фәрештә түгел,
Үкенестәр хатта бер арба.
Уйҙан уйылып күңеле ҡыуарһа ла,
Теләге юҡ биҙәп-буярға.
Бөгөнөнә тыныс баға ала,
Үҙ үткәне ҡиммәт үҙенә,
Ҡарт ҡулдары көҙгөгә үрелә лә
Тертләп китә сабый күҙенән,
Тертләп китә сабый күҙенән...
(Гөлнара Хәлфетдинова)