Яңылыҡтар
1 Октября 2021, 05:25

Ололар көнө

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА. Ожмахмы, тамуҡмы... Бәхетенән балҡып торор Ҡартлыҡтың йөҙө. Һәр кемгә кәрәк булыуың – Ожмахтың үҙе. Кешегә төрлөсә килә Ғүмерҙең көҙө. Бер кемгә кәрәк булмауың – Тамуҡтың үҙе. Хөрмәтле оло йәштәге төркөмдәштәр!!! Һеҙҙе бөгөнгө сыуаҡ байрам — Ололар көнө менән ихлас ҡотлайым!!! Һеҙ йәшәгән йылдар — һеҙҙең байлыҡ. Ошо дәүер эсендә һеҙ оло аҡыл, күңел байлығы, рух ныҡлығы, тормош тәжрибәһе тупланығыҙ. Шуларҙы йәш быуын менән бүлешеп, һаулыҡ-сәләмәтлектә бәхетле ҡартлыҡ кисерегеҙ тип теләйем. Заман зәхмәттәре һеҙҙе урап үтһен! Байрам менән!

Ололар көнөОлолар көнө
Ололар көнө

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Ожмахмы, тамуҡмы...

Бәхетенән балҡып торор
Ҡартлыҡтың йөҙө.
Һәр кемгә кәрәк булыуың –
Ожмахтың үҙе.

Кешегә төрлөсә килә
Ғүмерҙең көҙө.
Бер кемгә кәрәк булмауың –
Тамуҡтың үҙе.

Хөрмәтле оло йәштәге төркөмдәштәр!!! Һеҙҙе бөгөнгө сыуаҡ байрам — Ололар көнө менән ихлас ҡотлайым!!!
Һеҙ йәшәгән йылдар — һеҙҙең байлыҡ. Ошо дәүер эсендә һеҙ оло аҡыл, күңел байлығы, рух ныҡлығы, тормош тәжрибәһе тупланығыҙ. Шуларҙы йәш быуын менән бүлешеп, һаулыҡ-сәләмәтлектә бәхетле ҡартлыҡ кисерегеҙ тип теләйем. Заман зәхмәттәре һеҙҙе урап үтһен! Байрам менән!

Ололар көнө
Ололар көнө
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас