Мөнир ҠУНАФИН, шағир, яҙыусы, драматург.
Вакцинация тураһында бер фекеремде әйткем килә. Дөрөҫөрәге, дүрт синыфташым тураһында һәм улар тирәһендәге хәбәр-хәтер хаҡында.
Эшләтергәме, юҡмы?
Р. (исемдәрен тулыһынса яҙмайым, килешмәҫ) синыфташым ауыл хакимиәте башлығы. Ул эшләтте. Һәм бөтәһен дә саҡыра. “Минең биләмәлә халыҡтың яртыһы башҡорт, яртыһы урыҫ. Бик татыу, бер ғаилә булып йәшәй. Ошо көнгә тиклем урыҫ милләтенән булған ауылдаштарым барыһы ла, ҡабатлап әйтәм, барыһы ла прививка эшләтте. Ә башҡорттар “үлсәйҙәр ҙә үлсәйҙәр”, баҙарҙан йә йүкә телефон аша килгән хәбәрҙе тыңлай, төрлө фейктарға ышана, туҙға яҙмаҫ ваҡиғаларға ҡолаҡ һала... тик рәсми мәғлүмәттән шикләнә: "Бөтә иғтибар ошо темаға булғас, юҡҡа түгелдер был? Халыҡты үлтерергә йыйыналарҙыр ул? Рәсәй батшаһы ҡасан халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡаны бар?" Ә ҡайғыртһа??? Башҡорт күршеһен бер туған урынына күргән урыҫтарым аптырай:” Һеҙ милләтегеҙҙе һаҡларға теләмәйһегеҙме ни, ҡырылып бөтәсәктәр бит? Яҡшылап аңлатығыҙ әле”. Миңә шулай кәңәш бирәләр. Башҡорттар оҙаҡ уйлай бит ул, тип шаяртҡан булам да, шулай ҙа ныҡ йән көйә” – был уның хәбәре.
Икенсе класташым З. Өфөлә ойошмала директор. Республикала уны күптәр белә. Уның урынбаҫарының бар “родня"һы Прибалтиканан, Балтик илдәренән, Литва, Латвия. Ул туғандарынан, прививка эшләтәйемме тип, шылтыратып һораған. Бына уларҙың яуабы нисек: “Һаман эшләтмәнеңме ни, бөгөн үк һалдыр! Рәсәйҙең прививкалары иң ышаныслыһы. Границаны (сикте) асһалар беҙ һеҙгә барып булһа ла эшләтер инек!” Урынбаҫар иртәгәһенә үк вакцинация үткән.
Быйыл беҙ Р. класташ менән "ковид"ты үткәрҙек, үлеп терелдек. Ул минән алда ауырыны, шуға күрә мине тиҙерәк дауаханаға һалырға ашыҡты. Ентекләп әйткәндә... Ысынлап теге донъяға табан юл алғайныҡ, шикелле. Зубовола Ковид үҙәктә яттым. Унда Р. класташымдың улы аша эләктем, үҙем теләп, юғиһә яҡты донъя менән хушлашасағымды аңлай инем. (“Дауаханаға ятма, унан терелеп сыҡҡан кеше бик һирәк” тип шик һалыусылар күп булды) КТ 40 проценттан ашыу ине. (Сыҡҡанда – 20 процент). Ауырыуҙан сығыуы бик ауыр, ғинуар айын мин белмәйем, иҫләмәйем тиерлек. Күҙҙең фокустары юғалды, телевизор, компьютер тәҙрәһенә ҡарап булмай, китап уҡырлыҡ түгел. Боҙҙа хоккейсылар ныҡ яй ғына йөрөгән кеүек. Тәүлегенә сәғәт ярым-ике сәғәт кенә йоҡлайһың, бөтөнләй йоҡо килмәй, нишләргә белеп булмай. Мейе эшләмәй, уй инмәй башҡа. (Рәшит Назаров ошо хәлдә булдымы икән, тип уйлап алдым бер мәл). Тирләп көнөнә 8-10 футболка алыштырам, улар батареяла кибеп өлгөрмәй. Прогулкала 20-50 метр араны көс хәлгә үтәм, ҡара тирем сыға, әйтерһең 50 саҡрым үткәнмен. Бөгөн дә тиҙ үк хәлем бөтөп бара. Антителаға анализ “15” тип күрһәтә. Класташымдыҡы ла шулай уҡ. Ул был сирҙән минән дә ауырыраҡ сыҡты, уның шәкәре ныҡ күтәрелде, әле лә йонсой. Һәм шуныһы: үткән аҙна Р. класташым барыбер вакцинация үтте. Уның класташтар төркөмөнә яҙған хәбәрен үҙгәртмәйсә килтерәм: “Юк-бар тыңламаным, ишетмәйем, сөнки үҙ башымдан үтте, больше так не хочу. Прививканан үлмәй кеше, үҙенең булған ауырыуынан үләлер. Мин үҙемде шулай настроила, тем более улым (алда әйтеүемсә, улы табип, Ковид үҙәктә, Зубовала эшләй) әйтә, еще серьезнее штамм идет, даже пока на него лечение нет, как до этого лечили этот штамм не поддаётся, тей... шуга уйланым, настрочила себя и сделала. Уже опять улем осрагы кубәйҙе, тей ковидтан. ”
Ә дүртенсе класташым З... Әлеге был хәбәр-мәғлүмәттәр уның (үҙгәртмәйсә яҙам): “Мин прививка эшләтмәйем. Нишлап просто врачтар ғына не выступят и не скажут, что надо привиться? А то тут, такая рекламная компания идёт... И потом начинаешь думать. Для кого все это выгодно?” тигән һүҙҙәренән һуң бәхәс ҡороуға сәбәп кенә булды.
Беҙ синыфташтар бер-беребеҙ өсөн, йәнде бирерҙәй булып, борсолоп, хәлдәребеҙҙе белешеп кенә торабыҙ.
Ошоларҙы теркәргә булдым. Эшләтергәме, юҡмы – һәр кемдең үҙенән тора. Иң мөһиме эшләтер булһағыҙ, иң тәүҙә урындағы терапевтҡа күренеп, хәл-әхүәлегеҙҙе яҡшылап белегеҙ, һуңынан ҡыйын булып ҡуймаһын.
Миңә килгәндә, тәүәккәлләнем. Ҡоштар һайратып йәшәге килә!