Ҡасым-Жомарт Тоҡаев һүҙҙәренсә, ковид пандемияһының дауам итеүенә ҡарамаҫтан, Ҡаҙағстан менән Башҡортостандың күп яҡлы бәйләнештәре йылдам үҫешә, йөкмәткеһе лә тулылана.
Башҡортостан да, Ҡаҙағстан да төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһына, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Беҙ тармаҡ бәйләнештәрен, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтергә, бергәләп юғары сифатлы продукция етештерергә әҙербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Туғандаш ҡаҙаҡ халҡының Башҡортостан тураһында күберәк белеүен теләйбеҙ. Ҡаҙағстан күп милләтле Рәсәйҙә йәнә үҙенә ҡәрҙәштәр тапһын өсөн».
Берлектәге предприятиелар һаны арта, нефть химияһы, ауыл хужалығы, металлургия, еңел сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтарҙа инвестиция проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла, тип билдәләне яҡтар.