Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2021, 10:32

Был аҙнала Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Был аҙнала Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә
Был аҙнала Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 27 сентябрҙә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы, айырым райондарҙа иһә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.

Һауа температураһы төндә — плюс 1-6 градус. Урыны менән минус 3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ — 6-11 градус йылы.

28 сентябрҙә урыны менән бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын.

Һауа температураһы төндә — минус 3-тән плюс 2 градусҡа тиклем, аяҙытҡанда минус 7. Көндөҙ — 5-10 градус йылы.  

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: