Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2021, 11:41

Башҡортостанда күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы кәметәләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы мөмкин тиклем кәметергә ҡушты. Был ҡатмарлы эпидемиологик хәл менән бәйле.

Башҡортостанда күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы кәметәләр
Башҡортостанда күмәк кеше ҡатнашлығындағы сараларҙы кәметәләр

«Йәй көнө байтаҡ саралар үткәрҙек. Әйҙәгеҙ, төрлө форумдарҙы, осрашыуҙарҙы уҙғармай торайыҡ. Тик транспорт форумын ойоштороуҙы һорайым, сөнки ҡунаҡтар саҡырғанбыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов билдәләүенсә, хәҙер республикала календарға индерелгән рәсми ярыштар ғына үткәрелә. Ләкин ҡатнашыусылар буш залдарҙа, тамашсыларһыҙ сығыш яһай. Был сикләү профессиональ клубтарға ҡағылмай («Салауат Юлаев» хоккей клубы, «Өфө» футбол клубы, «Урал» волейбол клубы). Ошо командаларҙың етәкселәре республиканың яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабына тамашасы урындарын 50% тултырыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте.

Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итеүенсә, мәҙәни саралар календарь һәм гастроль планы буйынса ойошторола. Учреждениеларға ПЦР-тестар йәки прививка тураһында сертификат менән генә инергә рөхсәт ителә.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: