Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Сентябрь 2021, 13:45

Ғашиҡ булма!

Салауат ӘБҮЗӘР ҒАШИҠ БУЛМА!.. Есенинға эйәреп (Шаярып ҡына) Уға ғашиҡ булма, һылыу, Ул алдай һине, алдай. Телдәренән шәрбәт тама – Һүҙҙәре уның балдай.   Ғашиҡ булып ҡуйма уға, – Ул эсергә ярата. Һәм битараф ҡала алмай Ҡатын-ҡыҙға ҡарата.   Һыймай ул бер ҡалыпҡа ла, Түрәләргә ярамай. Уҡ шикелле тура һүҙе Йөрәктәрҙе яралай.   Аҡылыңды юйма! Уйла! “Үлеп яратам!” – тимә. Тау-тау вәғәҙә биргәндә лә, Ғашиҡ булма һин – Миңә...

Ғашиҡ булма!
Ғашиҡ булма!

Салауат ӘБҮЗӘР

ҒАШИҠ БУЛМА!..

Есенинға эйәреп

(Шаярып ҡына)

Уға ғашиҡ булма, һылыу,

Ул алдай һине, алдай.

Телдәренән шәрбәт тама –

Һүҙҙәре уның балдай.

 

Ғашиҡ булып ҡуйма уға, –

Ул эсергә ярата.

Һәм битараф ҡала алмай

Ҡатын-ҡыҙға ҡарата.

 

Һыймай ул бер ҡалыпҡа ла,

Түрәләргә ярамай.

Уҡ шикелле тура һүҙе

Йөрәктәрҙе яралай.

 

Аҡылыңды юйма! Уйла!

“Үлеп яратам!” – тимә.

Тау-тау вәғәҙә биргәндә лә,

Ғашиҡ булма һин –

Миңә...

Ғашиҡ булма!
Ғашиҡ булма!
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: