Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2021, 17:43

Көҙ - уңыш миҙгеле.

Р.Түләк исемендәге "Йәнгүҙәй" әҙәби-ижад берекмәһе өсөн дә йыл бик уңышлы килде, шөкөр, бихисап яңы китаптарыбыҙ сыҡты. Ошо көндәрҙә "Илһамлы ижадсылар төйәге" исемле Әҙәбиәт байрамында уларҙы байҡап та сыҡтыҡ. Әммә һүҙебеҙ... картуф тураһында. Был "йәнгүҙәй"ҙәргә әйт кенә!- Картуф алаһығыҙ, ә уның тураһында шиғыр яҙыусы күренмәй, - тип өндәшеүем булды.... шиғырҙар картуф шикелле "туптырлай" ҙа башланы! Афариндар!

Көҙ - уңыш миҙгеле.
Көҙ - уңыш миҙгеле.
Ауыҙ итәйек әле, дуҫтар!😉
**************************************************
Әлфиә Юлыҡ
- Картуф, картуф картуфҡай,
Ҡайҙа китеп бараһың?
⁃ Таҙарырға, йыуынырға,
Табала ҡыҙынырға!
Мәүлиҙә ҡыҙымдың бәләкәй саҡта сығарған һамаҡлауы😀

Туҡ тотҡан да бәрәңге,
Эшләткән дә бәрәңге,
Эшләгәндәр генә белә
Бәрәңге эрелеген!
Әллә ҡайҙа китеп булмай
Ашағаным бәрәңге!
Ыуылдырыҡ, ҡыҙыл балыҡ -
Аш түгел бәрәңгеһеҙ!
***********************************************
Рәйсә Иҫәнбаева
Бәрәңгене икмәк тиеп
Асыҡҡанда бик шәп, тиеп
Тәрбиәләп үҫтерәбеҙ,
Үҫеүенә кинәнәбеҙ.

Тәмле тип йыйып алып
Күлдәген систерәбеҙ.
Майлы табала ҡыҙҙырып,
Ашап та кинәнәбеҙ.
***********************************************
Лилиә Ғәниева
Атайҙар ҙа ярата,
Әсәйҙәр ҙә ярата,
Хатта инде иностранец
Колорад та ярата...

Картуф әфәнде үҙенә
Барыһын да ҡарата,
Йәй буйына арымай
Бил боккәнде ярата!
*************************************************
Әкрәм Ҡәйепҡолов
Әбей картуф бешергән
Ҡыҙыл ғына кишерҙән (!).
Бешермәҫ тә ине уны
Бөгөн әбей "төшөргән".
****************************************************
Мансур Рәхимғолов
Әбей картуф бешергән,
"Әпчехи! "- тип, сөскөргән.
- Эй, Хоҙайым, ҡалдырмасы
Ошо картуф - шөкөрҙән!
****************************************************
Зәкиә Сөләймәнова
Картуфым быйыл уңған -
Сабата хәтле булған.
Мөгәрәп лыҡа тулды,
Минең күңелем булды!
*******************************************************
Рәйлә Хисмәтуллина
Силәбе өлкәһе, Ҡыҙыл районы
Картуф икенсе икмәк тип
Әйтмәйҙәрҙер ул юҡҡа.
Утап, күмеп, һыу ҡоймаһаң
Уңмай ҙа - һүҙем хаҡҡа.
Инанғаным булды инде:
Егәрлене ярата.
Дан йырлаған йыр ҙа бар бит
Шул картуфҡа ҡарата.
*********************************************
Әкрәм Ҡәйепҡолов
Утағанда бил ауырта,
У-уф-ф.
Ашағанда эҫе була -
Өф-ф.
Утағанда -
уф-ф.
Ашағанда -
өф-ф.
**********************************************
Мансур Рәхимғолов
Сәстем баҡсаға картуф,
Билһеҙ ҡалып, уф та уф,
Картуф тиһәм, бәрәңге,
Ҡайҙа һуң булған картуф?
Бәрәңге лә ваҡ ҡына,
Тап инде борсаҡ ҡына,
Йыйҙым инде, ҡалайтаһың,
Һуҡыранды ҡорһаҡ ҡына. 😁
 
Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: