Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Сентябрь 2021, 13:10

Имән

Салауат ӘБҮЗӘР ИМӘН Матбуғат йорто алдында Үҫә бер имән. Һәр саҡ һәйләшеп үтәмен Шул имән менән.   Һөйләй ул күргән-белгәнен, Көрһөнөп ала: “Донъялар шулай ҡоролған – Кемдән дә ҡала.   Хәтерләйем, ошо юлдан Үткән һәр кемде: Рәмиҙәрҙе, Бикбайҙарҙы, Мостай Кәримде.   Солтангәрәй, Шәриповтар Торҙо төбөмдә. Хәсән Назар, Рәшит Шәкүр Килә бөгөн дә.   Наил, Рәлиф һыйпап китә Минең олондо. (Бына, һин дә был тарафҡа Борҙоң юлыңды).   Хәтерләйем Ҡол-Дәүләтте, Түләк, Дамирҙы... (Донъя елдәре ҡорота Ниндәй тамырҙы!)   Әле генә яндан үтте Үтәбай, Мөнир... Тимәк, тормош дауам итә, Бар әле ғүмер!..”   Матбуғат йорто алдында Үҫә бер имән. Һәр саҡ һәйләшеп үтәмен Шул имән менән.

Имән
Имән

Салауат ӘБҮЗӘР

ИМӘН

Матбуғат йорто алдында

Үҫә бер имән.

Һәр саҡ һәйләшеп үтәмен

Шул имән менән.

 

Һөйләй ул күргән-белгәнен,

Көрһөнөп ала:

“Донъялар шулай ҡоролған –

Кемдән дә ҡала.

 

Хәтерләйем, ошо юлдан

Үткән һәр кемде:

Рәмиҙәрҙе, Бикбайҙарҙы,

Мостай Кәримде.

 

Солтангәрәй, Шәриповтар

Торҙо төбөмдә.

Хәсән Назар, Рәшит Шәкүр

Килә бөгөн дә.

 

Наил, Рәлиф һыйпап китә

Минең олондо.

(Бына, һин дә был тарафҡа

Борҙоң юлыңды).

 

Хәтерләйем Ҡол-Дәүләтте,

Түләк, Дамирҙы...

(Донъя елдәре ҡорота

Ниндәй тамырҙы!)

 

Әле генә яндан үтте

Үтәбай, Мөнир...

Тимәк, тормош дауам итә,

Бар әле ғүмер!..”

 

Матбуғат йорто алдында

Үҫә бер имән.

Һәр саҡ һәйләшеп үтәмен

Шул имән менән.

Имән
Имән
Автор:Салават Абузаров
Читайте нас: