Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2021, 08:30

Яҡташыбыҙ Илнур Хәйруллин «Музыканың тылсымлы тын алышы» фестивалендә еңеү яуланы

Мәскәүҙән Гран-при менән! Башҡортостандан Илнур Хәйруллин «Музыканың тылсымлы тын алышы» фестивалендә еңеү яуланы. Рәсәй халыҡтарының үҙенсәлеген һәм мәҙәни берҙәмлеген күрһәткән конкурс Мәскәүҙең милләттәр йортонда үтте.

Яҡташыбыҙ Илнур Хәйруллин «Музыканың тылсымлы тын алышы» фестивалендә еңеү яуланы
Яҡташыбыҙ Илнур Хәйруллин «Музыканың тылсымлы тын алышы» фестивалендә еңеү яуланы

Төбәк-ара бәйгелә Башҡортостандан тыш, Тыва, Алтай, Бүрәт һәм Саха -Яҡут республикаларынан виртуоз-варгансылар ҡатнашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса яҡташыбыҙ Илнур Хәйруллин Гран-При яуланы.

Конкурста башҡарылған «Бүреләр һунары» тип аталған музыкаль әҫәр 2016 йылда «Урал моңо» конкурсы өсөн яҙылған булған.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: