Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2021, 11:35

Башҡортостанда 5-8 һәм 10 класс уҡыусыларын дистанцион уҡыуға күсерәләр

Башҡортостанда 5, 6, 7, 8 һәм 10 класс уҡыусыларын дистанцион уҡыуға күсерәләр. Коронавирус буйынса эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, яҡын көндәрҙә үк уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсерә башлайҙар.

Башҡортостанда 5-8 һәм 10 класс уҡыусыларын дистанцион уҡыуға күсерәләр
Башҡортостанда 5-8 һәм 10 класс уҡыусыларын дистанцион уҡыуға күсерәләр

Башинформ хәбәр итеүенсә, дистанцион уҡыу форматы ике аҙнаға индерелә.

Бынан алда Башҡортостандың Спорт министрлығы яңы коронавирус инфекцияһына бәйле тамашасыларҙың ябыҡ биналарҙа спорт сараларында ҡатнашыуына сикләү индергәйне. Роспотребнадзор идаралығы менән кәңәшләшкәндән һуң ведомство ошондай ҡарар ҡабул итте. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, сикләү 2021 йылдың 1 ноябренә тиклем ғәмәлдә була.

Шулай уҡ республикала планға ярашлы диспансеризация һәм медицина тикшереүҙәрен уҙғарыу ваҡытлыса туҡтатылды.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә аҙна дауамында республикала СOVID-19 менән сирләү кимәле юғары  –тәүлегенә 300-ҙән ашыу осраҡ теркәлә, республикала һәм илдә коронавирустан вакцинация темпының кәмеүе билдәләнә.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: