Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2021, 16:24

«Ашҡаҙар» радиоһында башҡорт халыҡ йырҙары көнө

Сентябрь башынан алып «Ашҡаҙар» радиоһында кесаҙна эфиры тематик көн тип иғлан ителде. «Урал батыр» эпосы, «Башҡорт ырыуҙары» көнөн халыҡ яратып ҡабул итте.

«Ашҡаҙар» радиоһында башҡорт халыҡ йырҙары көнө
«Ашҡаҙар» радиоһында башҡорт халыҡ йырҙары көнө

Бөгөн «Ашҡаҙар» радиоһында башҡорт халыҡ йырҙары көнө. Эфирҙа билдәле йырсыларыбыҙ сығыштарын көнө буйына рәхәтләнеп тыңларға мөмкин. Абдулла Солтанов, Иншар Солтнабаев, Рамаҙан Йәнбәков, Мәғәфүр Хисмәтуллиндың тауыштары күңелде нурлаясаҡ. Был көндә башҡорт халыҡ йырҙары тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тә алырға мөмкин. Мәҡәлдәр, әйтемдәр, халыҡ йырҙары тураһында фәһемле фекерҙәр ҙә яңғыраясаҡ.

Тура эфирҙа тамашасыларҙың һорауҙарына Башҡортостандың халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева яуап бирергә әҙер. «Беҙ тематик көндәрҙе әҙерләгәндә Башҡортостан радиоһы фондында һаҡланған тапшырыуҙарҙы анализлайбыҙ. Иң яҡшыларын эфирға ҡуябыҙ. Шул уҡ ваҡытта ниндәй темаға, ниндәй шәхестәребеҙ тураһында материалдар юҡ, үҙебеҙ өсөн киләсәккә пландар ҙа барлайбыҙ. Ғөмүмән, тыңлаусылар өсөн дә, радио хеҙмәткәрҙәре өсөн дә бик ҡыҙыҡлы көн был. Әйткәндәй, радиобыҙҙың дуҫтары кесаҙна эфирын тыңлағандан һуң үҙебеҙҙә рух күтәренкелеге тоябыҙ, йәшәүгә көс арта, тиҙәр. Был беҙҙең өсөн иң юғары баһа», - ти “Ашҡаҙар” радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.  

Киләһе аҙнала «Ашҡаҙар» радиоһының кесаҙна эфиры башҡорт яҙыусыларына арнала. 

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: