Яңылыҡтар
21 Сентября 2021, 09:32

Республикала аномаль һалҡын һауа торошо 29 йыл элекке рекордты уҙып китте

Башҡортостанда аномаль һалҡын һауа торошо 29 йыл элек теркәлгән рекордты уҙып китте. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 21 сентябрҙә төндә Өфө-Дим аэрологик станцияһында һауа температураһының абсолют минимумы теркәлгән, ул -2,3 градус тәшкил иткән. 1992 йылда был көндө минималь һауа температураһы -2,2° булған.

Республикала аномаль һалҡын һауа торошо 29 йыл элекке рекордты уҙып киттеРеспубликала аномаль һалҡын һауа торошо 29 йыл элекке рекордты уҙып китте
Республикала аномаль һалҡын һауа торошо 29 йыл элекке рекордты уҙып китте

Дөйөм алғанда, республикала уҙған төндә минималь һауа температураһы -8 градусҡа тиклем төшкән.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас