Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 10:17

Өфөлә яңы составтағы «Дәрүишхан» рок-төркөмөнөң беренсе концерты була

29 октябрҙә Тинькофф Холдың «Колизео» залында «Дәрүишхан» башҡорт рок-төркөмөнөң концерты була. Сәхнәлә яратҡан легендар хиттарҙан тыш, яңы йырҙар ҙа яңғырай.

Өфөлә яңы составтағы «Дәрүишхан» рок-төркөмөнөң беренсе концерты була
Өфөлә яңы составтағы «Дәрүишхан» рок-төркөмөнөң беренсе концерты була

Төркөм яңы составта беренсе тапҡыр концерт менән сығыш яһай. Быға тиклем «Дәрүишхан» фестивалдәрҙә һәм төрлө концерттарҙа ғына ҡатнашты. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, тамашасыларҙы сюрприз көтә. Концертта уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан популяр артистар ҙа ҡатнаша.

Киске сәғәт 8-ҙә башлана. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-927-336-13-13, Вәғиз Ҡырымсурин.

Белешмә. 1991 йылда Хәйбулла районы Маҡан ауылында «Дәрүиш» төркөмө ойошторола, һуңынан ул «Дәрүишхан» тип үҙгәртелә. Уны талантлы гитарасы һәм көйҙәр авторы Альберт Ғәббәсов ойоштора. Артабан төркөмдөң төп составы барлыҡҡа килә: Альберт Ғәббәсов, йырсы Дим Мәннән (Ҡолахмәтов), бас-гитарасы Альберт Ниғмәтуллин, клавишник Ирек Абдуллин, барабансы Альберт Нурисламов, тауыш режиссеры Рөстәм Абдеев. 1992 йылда «Урал моңо» конкурсында коллектив Гран-при яуланы. «Дәрүишхан» төркөмө ижадының иң юғары нөктәһе – «Нисек барһың, тик шулай бул» йыры. 2009 йылда солист Дим Мәннән ҡапыл вафат булғандан һуң төркөм сығыш яһауҙан туҡтаны һәм 2019 йылда яңынан тергеҙелде. Төркөмдөң яңы солисы — Ринат Зарипов.

Автор:Ильяс Ҡасҡынов
Читайте нас: